Өфөлә йәшәгән йәш ғаиләнең беренсе сентябрь – белем көнөнә әҙерләнеүе мәктәп директоры менән ғауғанан башланып китте. Эш дәфтәрҙәре өсөн ғаиләнең аҡса бирә алмауы сәбәпле, директор уларға икенсе мәктәпкә кңсеңен һораған. Мәктәптәрҙә китап, дәфтәр өсөн ата-әсә аҡса бирергә тейешме? Төрлө предметтарҙан бирелгән эш дәфтәрҙәре өсөн Евгения Киваеваның улы быйыл уҡыуға бармауы ихтимал. Мәктәп директоры ата-әсәгә был дәфтәрҙәрҙе үҙ аҡсаларына һатып алырға ҡуша. Әммә ханым аҡса юҡлығын белдергәс, мәктәп директоры икенсе уҡыу йортона китеүен һорай. Ҡатын был һөйләшеүҙе диктофонға яҙҙыртҡан. Мәктәп директорының был һорауҙы хәл итеү урынына, еңел яуап ҡайтарыуы Евгенияны аптырашта ҡалдыра. Эш дәфтәрҙәре төп уҡыу программаһына инмәй. Өҫтәүенә, уларҙың хаҡы 700 һумдан башлана. Уҡыу барышында һәр бер предметтан ике эш дәфтәре талап ителә. Мәсьәләне асыҡлар һәм үҙ балаһының хоҡуғын яҡлау өсөн йәш әсә прокуратураға һәм мәғариф министрлығына ғариза яҙа. Ата-әсәләр был эш дәфтәрҙәрҙәрен, ысынлап та, үҙҙәре һатып алырға тейешме? Һатып алыу мөмкинселеге булмаған осраҡта нимә эшләргә? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн, беҙ мәктәп директорына юлландыҡ. Мәктәп директоры һүҙҙәре буйынса эш дәфтәрҙәрен һатып алмаған осраҡта, уҡыусы ябай дәфтәрҙә лә шөғөлләнә ала. Әммә өйгә күнегеүҙәр тик эш дәфтәрҙәрендә бирелә. Закон буйынса мәктәп ата-әсәнән китап, дәфтәр өсөн аҡса алырға тейеш түгел. Евгения Киваева былтыр эш дәфтәрҙәре өсөн генә ете меңдән ашыу аҡса түләгән. Китап-дәфтәрҙәрҙән тыш, уны мәктәп директорының был мәсьәләне хәл итмәүе борсой. Башҡа уҡыусыларҙың ата-әсәләре был проблеманы күреп тә, һорауҙы күтәрмәгәс, Евгения Киваеваға бер үҙенә көрәшергә тура килә. Балаһы тырышып уҡыһа ла, мәктәп хеҙмәткәрҙәре уҡыусының алған билдәһен төшөрөүенән һәм кәмһетеүҙән ҡурҡа. Шулай ҙа ул балаһын икенсе мәктәпкә күсерергә риза түгел.
Аҡса тарат та, белем йый
Тулыраҡ: Аҡса тарат та, белем йый