Сабый һәм әсә сәләмәтлегенә янаған хәүефкә иғтибар итмәгән табиптан башҡаларҙы ҡурсалау маҡсаты менән ул хәлде тикшереүҙе талап итә. Тыуыу һәм үлем тураһында таныҡлыҡтар менән бергә сабыйҙың ультра-тауышлы тикшеренеү барышында яһалған рәсемдәре лә ошонда. Беренсе скрининг һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған диагноз икенсеһендә ни өсөндөр ҡабатланмай. Ҡатын-ҡыҙҙар белешмәһе табибы ла айырмаға иғтибар итмәй һәм хәүеф сығанағын күрмәй. “Барыһы ла һәйбәт”, — тип ышандырғас йөклө ҡатын ғәҙәти тормошон дауам итә, эшкә йөрөй. Бәлә көтмәгәндә, сабый тыуыр тип билдәләнгән көндән өс ай алда килә. Июлдең 11-дә Валентина киҫкен хәлдә Өфөнөң 4-се бала табыу йортона ашығыс ярҙам машинаһы менән килтерелә. Табиптар тәү сиратта күп ҡан юғалтҡан ҡатын ғүмере өсөн көрәшә. Ауырлығы 910 грамм, оҙонлоғо 30 сантиметрлыҡ сабыйҙы операция ярҙамында алалар, әммә ҡыҙыҡай бары тәүлек ярым ғына йәшәй. Ҡатындарға хас күндәмлеге менән Валентина тәүҙә ғәйеплеләргә яза тураһында уйламай. Ваҡытҡа бирешмәгән уңалмаҫ яралар ата-әсәне ҡайғы сәбәбен мотлаҡ асыҡларға, табиптарҙың вайымһыҙлығын фашлап башҡаларҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалырға, тигән ҡарарға килтерә. Валентина адвокаты менән прокуратура һәм тәфтиш комитетына ғариза тапшыра.Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙың һис ҡайһыһы тикшереүһеҙ ҡалмай. Сабый үлеме сәбәптәре буйынса медицина учреждениеһы кимәленән алып һаулыҡ һаҡлау министрлығы күләмендә эске тикшереү эштәре ойошторола. Виктория Безрукова вафатына ҡағылған ентекле мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы әлегә бирмәй. Йөклө ҡатын менән ҡарындағы балаға хәүеф янағанын асыҡлай алмаған клиника белгестәре лә ғәйеп таныр өсөн тәүҙә барыһын ентекләп асыҡларға кәрәк, тигән фекерҙә.Оҙаҡ йылдар көтөп алған ҡыҙын юғалтҡан ғаилә бөгөн ғәҙеллек талап итә. Хаҡтары бар. Медицинала күҙаллауҙар юҡ, мөғжизә осрамай, ғәйеплене табырлыҡ түгел тигәндәр менән ризалашып һаулығын хәстәрләүгә башҡалар битараф ҡалмаһын өсөн.
Яңы тыуған балаһын ерләгән әсә уның үлемендә табиптарҙы ғәйепләй
Тулыраҡ: Яңы тыуған балаһын ерләгән әсә уның үлемендә табиптарҙы ғәйепләй