Айырым һаҡланған биләмәгә ошо рәүешле экстрим яратыусылар 200 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Башҡортостан милли паркы Һамар һәм Ырымбурҙан килгән сәйәхәтселәргә машинала Ҡотоҡ сумған тәбиғәт ҡомартҡыһына тиклем барырға рөхсәт бирә. Ун бер пассажир өс машинала юлға сыға. Улар был биләмәгә барып кире әйләнергә тейеш булған. Шул көндә парк инспекторы икенсе төркөм сәйәхәтселәрҙе оҙатып килгәндә уларҙың Нөгөш яғына ҡайтып килгәндәрен күреп ҡала. Ҡанун боҙоп йөрөүселәр сәйәхәтен интернет селтәренә һала. Видеояҙманан күренеүенсә, улар милли парк хеҙмәткәрҙәренән рөхсәт алмайынса үҙҙәре Шүлгән-таш мәмерйәһенә барған. Бынан тыш, сәйәхәт барышында уларға тағы бер машина ҡушыла. Сәйәхәтселәрҙең был ҡылығын күреп ҡурсаулыҡ директоры шунда уҡ тәртип һаҡсыларына шылтырата.
Айырым һаҡланған биләмәлрҙе транспорт менән йөрөү йәки тәбиғәткә зыян килтереү ҡәтғи тыйыла. Бигерәк тә донъя кимәлендә танылыу яулаған Шүлгәнташ ҡурсаулығында машиналар менән ҡыҙыл китапҡа индерелгән үләндәрҙе тапау әхлаҡҡа һыймаҫлыҡ хәл. Тәбиғәткә килтерелгән зыян ике йөҙ мең һумға баһалана. Ҡурсаулыҡҡа ял итергә килгән сәйәхәтселәрҙең был аҙымын ҡырағайҙарса тип баһаларға кәрәк.
Башҡортостан эске эштәр министрлығы Шүлгән таш ҡурсаулығында тәртип боҙоусыларҙы ҡылығын тикшерә. Башҡортостанда ошондай осраҡтар беренсегә генә теркәлмәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Ирәмәл тауында Татарстандан килгән туристар дүрт тәгәрмәсле транспортта үтеп бер-нисә федераль һәм республика закондарын боҙғайны.