Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында ике балалы ғаилә еңел автомобиль аҫтында ҡалды. Һәләк булыусылар юҡ. 29 йәшлек ир, уның ҡатыны һәм ике балаһы дауаханаға килтерелгән.
Республиканың дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Ырымбур юлында Өфөнән 21 йәшлек егет 14-се модель ВАЗ машинаһында юл ситенән тыныс ҡына атлап китеп барыусы ғаиләне бәрҙерә. Машина юл ситенә сығып түңкәрелә. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү башланды.