Вице-мэр үҙен вазифаһынан бушатыу сәбәбен “ышанысты юғалтыу” тигән аңлатманан “үҙ ирке менән” тигәненә үҙгәртеүҙе үтенгәйне.
Александр Филиппов 2017 йылдың апреленә тиклем, вазифаһына ярашлы, Өфө хакимиәтендә төҙөлөш һәм ер биләмәләрен файҙаланыу мәсьәләләрен көйләү өсөн яуап бирҙе. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр бәхәстәрен көйләү буйынса комиссия ҡарары менән ул 18 апрелдә “ышанысты юғалтҡан өсөн” вазифаһынан бушатылды. Комиссия “Александр Филиппов 2012 йылда “Энергогазстрой” ойошмаһына сауҙа үҙәге төҙөү маҡсатында ер биләмәһен тапшырыу тураһында ҡарарҙы хуплаған һәм эш биреүсеһен был ойошманы бер туған һеңлеһе етәкләүе хаҡында иҫкәртмәгән”, — тигән һығымта яһай. Юғары суд Александр Филипповты яҡлаусылар менән хакимиәт вәкилдәренең белдереүҙәрен тыңлағандан һуң ғаризаны ҡәнәғәтләндермәҫкә тигән ҡарар ҡабул итте.