Донорҙарҙың һаны кәмегән

Тулыраҡ: Донорҙарҙың һаны кәмегән

Әлбиттә, был кешеләрҙең битарафлығынан түгел, ә йәй осоронда күбеһенең ял итергә китеүе менән бәйле, ти табиптар. Ошо сәбәпле республика ҡан ҡойоу станцияһы донор ҡанына ҡытлыҡ кисермәҫме? Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.

ер тамсы ҡан да кеше ғүмерен ҡотҡара. Республика ҡан ҡойоу станцияһына ҡан тапшырырға даими йөрөгән Венер Ғәлләмов быны яҡшы аңлай. Мохтаждарға ярҙам итеү теләге унда йәшләй уяна. Өҫтәүенә, был изге эш үҙенә лә файҙа килтерә.

Венер һымаҡ кеше ғүмерен ҡотҡарырға теләүселәр республикабыҙҙа бихисап. Баш ҡалала урынлашҡан ҡан ҡойоу станцияһына көн һайын 250-нән ашыу кеше изге ниәт менән килә. Әммә йәйгеһен, ҡала халҡы ауылдарға, баҡсаларына, йылы яҡтарға китеп бөткәндә, донорҙарҙың һаны бер аҙ кәмеп ҡала ти, табиптар. Ғәҙәттә, июль, август айҙарында был һан 150-гә тиклем төшә. Ә бит донор ҡаны һәр ваҡыт кәрәк.

Станция донор ҡанына ҡытлыҡ кисермәй, әммә ҡан запасы даими тулыланып торорға тейеш. Уның күләме кәмемәһен өсөн станция хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе ҡан тапшырырға саҡырып ҡала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә махсус төркөмдәр булдырылған.

Ирина Михайлова тап ошо интернеттағы иғланды күреп, ҡан тапшырырға килгән. Телевизор ҡараусылар араһында ла изге күңелле кешеләр юҡ түгел. Һеҙ Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса урынлашҡан станцияға килеп мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Донор булырға теләгән һәр кем тәү сиратта бармаҡтан ҡан тапшырып, уның сифатын тикшертергә тейеш. Һөҙөмтәләр ыңғай булһа ғына кеше донор була ала.

Тағы ла бер-нисә шарт: донорҙың ауырлығы 50 килограмдан кәм, тән температураһы 37 градустан юғары булырға тейеш түгел, ҡан баҫымы нормала булыуы шарт.

Хәҙер йәш буйынса сикләүҙәр ҙә юҡ, кеше һау-сәләмәт икән 90-да ла ҡан тапшыра ала. Өҫтәүенә, донорҙарҙың һаулығы нығына, иммунитеты көсәйә, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда организмы күпкә көслөрәк, сыныҡҡан була, ти табиптар. Һәм шуны онотмайыҡ: донор булыу — һәр сәләмәт кешенең бурысы.