Новосибирск хирургтары ярҙамында үткәрелгән ҡатмарлы операцияның атамаһы ла ябай түгел. Ул йөрәккә радио йышлыҡтары ярҙамында абляция ярҙамы тип атала. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов яҙмаһында.
Йөрәккә операцияны скальпельһыҙ башҡарыу Өфө генә түгел, ә Рәсәйҙең күп төбәктәре өсөн әлегә яңы ысул. Быға тиклем республика кардиологтары йөрәккә ҡан килһен өсөн махсус катетерҙар аша ҡан тамырҙарына шыйыҡ азот ебәреү тәжрибәһен дә тап Новосибирск табиптарынан өйрәнгәйне. Ә бына радиойышлыҡҡа ҡоролған абляция тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ә һөҙөмтәләр иһә күпкә яҡшы. Йөрәк ауырыулы пациентҡа операция яһағанда, күкрәк ситлеге ҡырҡылмай, ә анестезия ярҙамында эшләнгән тишек аша йөрәктең ауыртҡан өлөшө дауалана.
Операцияның төп үҙенсәлеге — скалпель ҡулланмау. Хирургтарға быға тиклем күкрәк ситлеген асырға тура килһә, хәҙер иһә бөтә эштәр махсус көпшә ярҙамында мониторға ҡарап яһала. Ә даими үҙгәреп торған аритмия, йәғни, йөрәк тибешенең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуын яйға һалыу өсөн йөрәк тамырҙарын махсус ысул ярҙамында көйҙөрәләр.
Новосибирский ғалимдарынан өйрәнгән Башҡортостан кардиологтары тәжрибәһе сит ил студенттарына ла ҡыҙыҡлы. Буласаҡ табиптар әйтеүенсә, Өфөләге үҙәк исеме Рәсәй ҙә генә түгел, ә башҡа илдәрҙә лә яҡшы билдәле.
Абляция операцияһы тәү сиратта кешене инсульт, йәки, баш мейеһенә ҡан һауыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәрҙән һаҡлап ала. Ошондай дауалауҙан һуң сирлеләр дауаханала айҙар буйына ятмай. Ә ике –өс көндән һуң үҙ аяҡтары менән үҙ йорттарына ҡайта.