Сауҙа нөктәләре йәй әйләнәһенә ҡарбуз-ҡауындан һығылып тора

Тулыраҡ: Сауҙа нөктәләре йәй әйләнәһенә ҡарбуз-ҡауындан һығылып тора

Әммә сәләмәтлеккә зыяны булмаһын өсөн уларҙың сифатлыһын һайлай белеү мөһим. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина ҡарбуз һайлау серҙәренә төшөндө.

Ринат Сәйетов ҡарбуз-ҡауындарҙы тикшерелгән ерҙән генә алырға тырышам, ти. Емеште алғанда, ҡайҙан килтерелгәненә, һатыусының документтары бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынырға ла онотмай ир.

аҙағыстан һатыусыһы Файзулло Мирзоев Башҡортостанға беренсе тапҡыр ғына килмәй. Машина тултырып татлы емештәр ташый ул. Шуға күрә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә белә, белә генә түгел уларҙы теүәл үтәргә лә тырыша.

атлы еләкте юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа итеү нөктәләренән алыу тыйыла. Баҙарҙа йә магазиндан һатып алынған ҡарбуз, ҡауынды шикләнмәй ашарға мөмкин, ти белгестәр.

Йәшелсә-емеш һайлағанда уртаса ҙурлыҡтағыларына иғтибар итегеҙ. Тәбиғәт мөғжизәләргә ни тиклем генә бай булһа ла, емеш-еләктең артыҡ ҙурлығы һәр ваҡыт тиерлек химикаттарға бәйле була. Ә инде артыҡ бәләкәстәр йә сирле, йә бөтөнләй етлекмәгәндәр иҫәбенән, тип кәңәш итә белгестәр.

Белгес әйткән кәңәштәргә таянып, тағы ла үҙегеҙ ҙә ҡарбуз-ҡауын һайлағанда бер-нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтән сығармаһағыҙ, иң татлы һәм зарарһыҙ емеш алыуығыҙҙа шик юҡ.

Әлеге ҡарбуз миҙгелендә, уның ҡойроғо кибеү мөһим түгел. Был татлы емеш түңәрәк, ...... ә һыртындағы ошондай буйҙар ни тиклем киңерәк, ул шул тиклем татлыраҡ икән...