Ата-әсәләр уҡыу әсбаптарын үҙ аҡсаһына алырға тейешме?

Тулыраҡ: Ата-әсәләр уҡыу әсбаптарын үҙ аҡсаһына алырға тейешме?

Ошо көндәрҙә беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһендә ата-әсәләрҙән уҡыу әсбаптары талап итеүҙәре тураһында беҙҙең журналистар репортаж төшөргәйне. Материал эфирға сыҡҡас Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы ошо эште тикшереүгә алды. Орджоникидзе районындағы 71-се мәктәптә дәрестә ҡулланыла торған дәфтәр һәм ремонт өсөн түләүҙән баш тартҡан әсәгә балаһын башҡа мәктәпкә күсерергә тәҡдим иткәндәр. Закон буйынса, Рәсәйҙә белем алыу — барыһы өсөн дә бушлай, мәктәп ата-әсәләрҙән аҡса йыйырға тейеш түгел. Хоҡуҡ һаҡсылары мәғариф учреждениеһы законды боҙған тигән фекерҙә. Тикшереү һөҙөмтәләре яҡын арала билдәле булырға тейеш. Әйткәндәй, иртәгә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында яңы уҡыу йылына әҙерлеккә бәйле барлыҡ һорауҙар менән республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡоваға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һорауҙар иртәгә 295-98-72 телефоны буйынса ҡабул ителә.