Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Сүриәнең хөкүмәт ғәскәрҙәре Хомс виләйәтендә “Ислам дәүләте” террорсыларының терәк ҡалаһы булған Эс-Сухнаны азат итте. Шулай итеп, хәҙер Дейр эз-Зор виләйәтенән террорсыларҙы ҡыуыу өсөн юл асылды.
  • Венесуэлала оппозиция кешеләре хәрби базаға һөжүм иткән. Улар 93 винтовка, 40 гранатомет урлаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары әле Валенсия ҡалаһында һәм уның тирә-яғында ҡораллы енәйәтселәрҙе эҙләй. Ил президенты Николас Мадуро һөжүм итеүселәрҙең һигеҙе ҡулға алыныуы тураһында хәбәр иткән һәм был акция Майами һәм Колумбинан иғәнәләнгән, тип белдергән.
  • Италияның Вальи-Сотта ҡалаһында Сүриәнең Пальмира ҡалаһында һәләк булған Рәсәй офицеры Александр Прохоренкоға һәйкәл асылды. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн теүәл бер йыл кәрәккән. Италия хакимиәте террорсыларҙы юҡ итеүҙә үҙ ғүмерен аямаған һалдаттың исемен мәңгеләштерергә ҡарар иткән.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сүриә буйынса комиссияһы ағзаһы Карла Дель Понте вазифаһынан китә. Ойошманың именлек шураһы яғынан сәйәси яҡлау булмауы был эште башҡарырға мөмкинлек бирмәй, тигән 70 йәшлек сәйәсмән. Хәһер инде комиссияла тик ике кеше генә ҡала. Уларҙың береһе Бразилиянан, икенсеһе-Ҡушма Штаттарҙан.