Бында яһалма быуаны киптереп йыш ямғыр һөҙөмтәһендә күтәрелгән ер аҫты һыуҙары кимәлен төшөрөргә ҡарар иткәндәр. Һуңғы утыҙ йылда ер аҫты һыуҙарының бындай кимәлгә күтәрелгәне юҡ, тиҙәр бында. Сөн йылғаһы үрендә төҙөлгән яңы ҡасаба халҡы йорт ихаталарына һыу баҫыу хәүефе янағас быуа шлюздарын асыуҙы талап итә. Дөйөм йыйылышта улар һыуүткәргес йырын ҡаҙып ер аҫты һыуҙары кимәлен төшөрөргә мөмкин тигән ҡарарға килә.Сөн йылғаһын быуып яһалған һыу ятҡылығы бер ай тигәндә ағып бөтөп юҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы бер урындарҙа ҡалған күләүектәр ҙә көндән-көн кибә. Быуа буйында урынлашҡан ауыл халҡы иһә һыу китеү сәбәпле ҡоштар һәм йәнлектәр өсөн борсолоу белдерә.Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында барлыҡҡа килгән быуа тирәләй үҫмлектәр һыуға яраҡлашҡан, балыҡ үрсегән. Йөҙөүсе ҡоштар, йәнлектәр эйәләшкән. Бөгөн иһә улар ҙа яһалма һыу ятҡылығын ташлап ҡитә.Был өңдә иһә ҡондоҙҙар әле тере.Баҡса хужалары ҡондоҙҙар менән күрше йәшәгәнгә зарланмай. Кешеләр быуа менән бергә ауылдың йәме китә, тип көйөнә. Экологтар ҙа һыу ятҡылығын был хәлдә ҡалдырыу кәм тигәндә яуапһыҙлыҡ, тип иҫәпләй.Быуаны киптереүгә бәйле проблема экология хәүефһеҙлеге менән генә сикләнмәй. Һыуҙы янғын һүндереүселәр ҙә файҙаланған. Быуаның ауыл халҡы өсөн мөһимлеген иҫәпкә алып Миловка хакимиәте башлығы һыуҙы һаҡлап ҡалырға тигән ҡарар ҡабул иткән. Әммә шлюздар һаман асыҡ, йылға һыуы тотҡарланмай. Миловка халҡы иһә быуаны һуңыраҡ ҡайтанан тултырырға ниәтләй. Ә уға тиклем был урынды сүп-сарҙан таҙартырға, шлюздарҙы яңыртырға һәм ҡоролманы хакимиәт балансына алырға кәрәк.
Өфө районы “Колос” баҡсасылыҡ хужалығында йәшәүселәр ни өсөн янғын сығыуҙан ҡурҡа?
Тулыраҡ: Өфө районы “Колос” баҡсасылыҡ хужалығында йәшәүселәр ни өсөн янғын сығыуҙан ҡурҡа?