Туйҙан һуң тура дауаханаға

Тулыраҡ: Туйҙан һуң тура дауаханаға

Баш ҡалала 13 кеше ағыуланып дауаханаға эләккән.Асыҡланыуынса, зыян күреүселәрҙең барыһы ла бер табын артында ултырған. Улар Салауат урамындағы кафеларҙың береһендә ағыуланған. Был туҡланыу урыны хәҙер эшләмәй, ул тикшереү эштәре тамамланғансы ябылған. Кафе хужалары иһә килеп тыуған хәл буйынса аңлатма биреүҙән баш тарта, ағыуланыу сәбәптәрен тәфтиш комитеты белгестәре асыҡлаясаҡ. Ҡазаға тарыусыларҙың барыһы ла 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына килтерелгән. Уларҙың һаулығына зыян янамаһа ла, ике кеше һаман да реанимация бүлегендә ҡала.