- Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Германияны террорсыларға ярҙам итеүҙә ғәйепләне. Бер йылда ғына хәрби фетнәлә ҡатнашыусы 400 кеше Германияла сәйәси һыйыныу һораған. Анкара Берлиндан барлығы 4 меңдән ашыу кеше буйынса ентекле мәғлүмәт биреүҙе талап итә. Әммә уларҙың барыһы ла яуапһыҙ ҡала.
- Көньяҡ Европала эҫелек. Грецияла кондиционерҙар ҡуйылған бүлмәләр, берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр өсөн һыу эсеү урындары асылған. Италияла боҙлауыҡтар ирей. Шуға ла саңғы комплекстары ябыла. Австрия һәм Төнъяҡ Италияла көндәр, киреһенсә, һыуытҡан һәм ямғырҙар яуа башлаған. Юлдар, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалған.
- Бүрәт республикаһында ирекле көрәш буйынса халыҡ-ара класслы спорт мастеры Юрий Власконы үлтереүҙе шаһиттар видеоға төшөрөп алған. Рәсәй йыйылма командаһы формаһын кейгән Власко һәм йәштәр һуғыша башлай. Спортсы тубыҡланғанда бер ир уның арҡаһына бысаҡ ҡаҙай.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре