Йырсы картиналарын-музейға

Тулыраҡ: Йырсы картиналарын-музейға

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың һүрәттәре Нестеров исемендәге художество музейында һаҡланасаҡ. Бөгөн картиналарҙы музейға тапшырыу тантанаһы үтте. Быға тиклем улар Аксаков йорт-музейында, халыҡ ижады үҙәгендә күрһәтелде. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов күптәрҙең яратҡан йырсыһы. Уның ижадына йәштәр ҙә, ололар ҙа ғашиҡ. Һуңғы йылдарҙа Фәрит Бикбулатов талантлы рәссам булараҡ та танылды. Ул күберәген Башҡортостан тәбиғәтен, тыуған яғы – Йылайыр районын картиналарында сағылдырған.Бөгөн Нестеров исемендәге художество музейына Фәрит Бикбулатовтың 4 һүрәте тапшырылды. Фәрит Бикбулатов 60 йәшендә һүрәт төшөрә башлай. Уның картиналарында тыуған илебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә һөйөү сағыла һәм улар йырҙары кеүек яҡтылыҡ, яҡшылыҡ менән һуғарылған.Рәссам 100-гә яҡын һүрәт төшөргән. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле тамамланмаған. Был эш менән артабан Фәрит Бикбулатовтың ҡыҙы шөғөлләнергә уйлай.Әле Фәрит Бикбулатовтың тыуған яғы – Йылайыр районында Башҡортостандың халыҡ артисының музейын асыу мәсьәләһе хәл ителә. Унда яратҡан йырсыбыҙҙың шәхси әйберҙәре, шул иҫәптән ҡалған һүрәттәре һаҡланасаҡ. Фәрит Бикбулатов оҙаҡ сирләгәндән һуң уҙған йылдың ноябрендә арабыҙҙан китте. Бөгөн уға 81 йәш тулған булыр ине.