Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында йорттарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Тулыраҡ: Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында йорттарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Бөгөн 3 йортта эштәр тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр беҙгә район хакимиәтенән. Йорттары зыян күреүселәр компенсация алыуға документтар йыя башлаған.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында дауыл сығып йорттар газһыҙ һәм электр утһыҙ ҡалды. 60-тан ашыу бинаға, шул иҫәптән 33 йортҡа зыян килде, ҡайһы бер йорттар бөтөнләй йәшәүгә яраҡһыҙ. Зыян күләме бер-нисә миллион һумға баһалана.