Көйәҙебашта 21 йорт төҙөкләндерелде

Тулыраҡ: Көйәҙебашта 21 йорт төҙөкләндерелде

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов күрһәтмәһенән һуң Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында дауылдан зыян күргән йорттарҙы төҙөкләндереү эштәре йәнләнә төштө. Бөгөнгә 21 йорт төҙөкләндерелде. Бында эш бер минутҡа ла тиерлек туҡтамай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылында дауыл сығып йорттар газһыҙ һәм электр утһыҙ ҡалды. 60-тан ашыу бинаға, шул иҫәптән 33 йортҡа зыян килде, ҡайһы бер йорттар бөтөнләй йәшәүгә яраҡһыҙ. Зыян күләме бер-нисә миллион һумға баһалана.