Шәхси йорт хужалары “зарыбыҙға әлегәсә ҡолаҡ һалған кеше юҡ”, тип белдерә. Ярҙам үтенеп улар телевидениеға мөрәжәғәт итте. Транспорт урамының был өлөшө атамаһын Шишмә урамына алмаштырырға мөмкин. Бында бер ай инде билдәһеҙ сығанаҡтан йылғалар аға. Урындағы халыҡтың баҡсалары һаҙлыҡты, мөгәрәптәре бассейнды хәтерләтә.Антонида Ивановнаның ихатаһындағы ҡоролманың нигеҙенән урғылған шишмә түтәлдәр буйлап йорт мөгәрәбенә юллай. Баҙҙа һыу кимәле көндән көн күтәрелә, ти хужабикәнең улы.Йорттағы дым кимәле күк бәшмәктәргә генә түгел, нигеҙҙе йыуып алып китеү хәүефенә килтерһә, ихатала һуҡмаҡ буйлап аҡҡан һыу мунса, бәҙрәф, һарайҙарға тула. Баҡсала иһә ул йыйылып ятып һаҙға әйләнгән. Күрше йортта йәшәгәндәр ҙә юғалған уңыш күләмен иҫәпләй. Үткән айҙа торған һыу баҡсаға зыян килтергән. Һуған түтәлендә хәҙер күрән үҫә.Урамдағы йырындар иһә бала-саға уйнар урынды хәүеф аҫтына ҡуя. Бәләкәстәрҙе күҙҙән ысҡындырмайбыҙ, ти әсәләр. Йырын тәрәнлеген көн дә үлсәп торалар. Ҡиммәтле эсәр һыуҙың айҙар буйы сарыф ителгәненә иғтибар итмәгән һыуүткәргес хужаларының битарафлығын әсә хәстәрлеге менән сағыштырып булмай. Хәйер, Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был һыуүткәргес водоканал балансында түгел. Ул шәхси объект икән. Хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү кеүек көндәлек эштәрҙе шәхси йорт хужалары үҙ иңенә алырға бурыслы.Әлегә иһә һыуүткәргес йырылыуы эҙемтәләрен бөтөрөүҙе үтенеп район хакимиәте ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаға мөрәжәғәт иткән. Ер биләмәһе менән шәхси йорттары ҡәҙерле хужаларға артабан үҙ мөлкәтен үҙе хәстәрләү шарты менән килешергә тура киләсәк.
Өфө урамдарының береһен һыуүткәргес йырылыуы сәбәпле аҡҡан эсәр һыу баҫа
Тулыраҡ: Өфө урамдарының береһен һыуүткәргес йырылыуы сәбәпле аҡҡан эсәр һыу баҫа