Был сит ил паспорты алырға теләүселәр фекере. Сәғәтләп кенә түгел, көнләп оҙон сираттарҙа тороусылар бар. Сит ил паспорты алыуға документтар тапшырыуға, Миләүшә Исхаҡова сиратта 84-се булып тора. Ял итергә теләһәң, тәүҙә ҙур сират торорға кәрәк, ти ханым.Сит илгә барып ял итеү теләге ҙур булғас, тәүлек әйләнәһенә миграция идаралығының ишек төбөн ҡарауылсылар ҙа юҡ түгел.Федераль миграция хеҙмәте идаралығында сират быуа быуырлыҡ. Сит ил паспортын юллаусылар Төркиәгә юл асылыу менән артҡандан-арта, ти белгестәр.Белгестәр документтарҙы дәүләт хеҙмәте, йәғни интернет аша тапшырырға кәңәш итһә лә, бәғзе берәүҙәр бөтөнләй икенсе төрлө фекерҙә.Сит ил йүнәлештәренә килгәндә, күптәр Төркиәне һайлай. Тунис, Греция, Вьетнам Ғәрәп Әмерлектәре һәм Болгарияға ла өҫтөнлөк биреүселәр байтаҡ.Белгестәр сит ил паспортын 10 йылға эшләтергә кәңәш итә, сөнки ҡайһы бер илдәргә 5 йыллыҡ паспорт менән индермәйҙәр, ти улар. Күп функциялы үҙәктәр киләсәктә сит илгә сығыу өсөн паспорт эшләтеүгә документ ҡына ҡабул итеп ҡалмаясаҡ. Тиҙҙән һәр кем әҙер паспортын оҙон сиратта тормайынса, ошо үҙәктән дә килеп алала
Йәйге ялға барыр алдынан мотлаҡ сиратта торорға кәрәк
Тулыраҡ: Йәйге ялға барыр алдынан мотлаҡ сиратта торорға кәрәк