Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Көньяҡ Корея менән Америка һуғыш алдында тора. Пхеньян Ҡушма Штаттарҙың хәрби базалары урынлашҡан Гуам утрауын утҡа тотоу менән янай. Дональд Трамп иһә Төнъяк Кореяны ер менән тигеҙләргә вәғәҙәләй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһы быға тиклем Пхеньянға ҡарата ҡаты санкциялар индергәйне. Шуға ҡарамаҫтан, Ким Чен Ын атом программаһынан баш тартырға йыйынмай һәм, әгәр, Америка һөжүм итә ҡалһа, ядро ҡоралын ҡулланыу менән янай.
  • Европа берлеге ағыуланған йомортҡалар эше буйынса киң күләмле тикшереү башларға әҙер. Сөнки Бельгияның кибет кәштәләрендә ағыулы ризыҡ барлығын белеүе әммә был турала тейешле органдарға хәбәр итмәүе асыҡланды. Германия ауыл хужалығы министры иһә барлыҡ ҡошсолоҡ хужалыҡтарын тикшерергә һәм был эшкә прокуратураны ҡушылырға саҡырған.
  • Бер водитель йәше лә тулмаған балаһын тәҙрә аша сығарып ҙур тиҙлектә елдергән. Интернет селтәрендә был хәлде хуплаусылар ҙа, тәнҡиләүселәр ҙә бар. Күптәр, әлбиттә, водителдең таныҡлығын алырға һәм хатта атай хоҡуғынан да мәхрүм итергә саҡыра.