Башҡорт телен донъяның теләһә индәй нөктәһендә өйрәнеп буласаҡ

Тулыраҡ: Башҡорт телен донъяның теләһә индәй нөктәһендә өйрәнеп буласаҡ

Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт телен дистанцион өйрәнеү буйынса халыҡ-ара системаһын булдырған. Быйылғы уҡыу йылы башынан уны һынай башлайҙар. Һөҙөмтәләр уңышлы булһа, теләгән һәр кем телде үҙ аллы өйрәнә аласаҡ. Башҡорт филологияһына ҡабул ителгән абитуриенттар исемлегендә үҙенең фамилияһын күреү Маргарита өсөн үтә лә шатлыҡлы. Сөнки уның хыялы — башҡорт теле уҡытыусыһы булыу. Немец ҡыҙында башҡорт теленә һөйөүҙе мәктәптә уҡытыусыһы тәрбиәләй. Хәҙер Маргарита үҙе лә ошо теләк менән яна. Маргарита Гейттың атаһы немец, әсәһе татар. Ул үҙенең милләте менән бер рәттән, урындағы халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, теленә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Уны яҡындан өйрәнеү мөмкинлеген Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған онлайн-проекты бирә. Ә әле уҡыу йортонда донъя кимәлендәге яңы платмоформа булдырыла.Был проект өҫтөндә эшләүселәрҙең береһе Егор Яшин әйтеүенсә, башҡорт телен дистанцион өйрәнеү буйынса халыҡ-ара системаһы шул тиклем ябай һәм аңлайышлы, уның менән телде бөтөнләй белмәгән кешеләр ҙә ҡуллана ала. Был системаны быйылғы уҡыу йылынан уҡ һынай башлайҙар. Уға донъяның теләһә ниндәй нөктәһенән, хатта телефон аша ла инеп буласаҡ. Әйтергә кәрәк, башҡорт теле интернет киңлектәрен әүҙем яулай. Мәҫәлән, барлыҡ тиерлек социаль селтәрҙәрҙе башҡор теленә күсереп була. Ә “телеграм”да тәржемәсе бот та барлыҡҡа килгән. Бөгөн Ер йөҙөндә миллион ике йөҙ меңдән ашыу кеше башҡортса һөйләшә. Улар араһында татарҙар, урыҫтар, марыйҙар, чуваштар һәм башҡа милләт кешеләре лә бар. Өйрәнеү мөмкинлектәре киңәйеп, телде белергә теләүселәр күбәйгән һайын, уны йөрөтөүселәрҙең дә һаны арта. Өҫтәүенә, башҡорт телендә даими китаптар баҫтырыла, гәзит-журналдар сыға, радио -телевидение тапшырыуҙары эшләнә. Шуға күрә, әүәлдән йәшәп килгән боронғо телдәрҙең береһе һис шикһеҙ һаҡланасаҡ.