Янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы тикшерҙе. Күптәрҙең үҙ именлегенә битараф булыуы асыҡланды. Ишек асыҡ, телевизор эшләй, диванда һәм иҙәндә иҫерек ике ир йоҡлай. Иртә менән спиртлы эсемлек эсеп айнығып та етмәгән ирҙәр янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙарҙының өйгә ингәнен дә һиҙмәй. Һүндерелмәй ҡалған тәмәке төпсөгөнән йә иһә электр сымдарынан ут сығып китһә, торлаҡты ғына түгел, өй хужаларын да ҡотҡарып булмаҫ ине. Сөнки янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма тейешле урында тормай. Инспекторҙар былтыр социаль яҡтан имен булмаған ғаилә йәшәгән йорттарға янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйып сыҡҡайны. Әммә бындай махсус ҡоролмаға күптәр еңел ҡарай. Берәүҙәр өй эсендә тәмәке тартып ҡоролма сигнал бирә башлау сәбәпле алып ташлаһа, икенселәре башҡа кешеләргә һатып ебәрә йә иһә кәштәләрҙә һаҡлай. Янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма өйҙә саҡ ҡына төтөн сыға башлаһа ла, шунда уҡ сигнал бирә башлай. Шәхси йортта йәшәгән Юрий Кокоринға мәҫәлән, үҙ йорто өсөн ҡурҡҡан күршеһе ҡоролманы алып бирә. Һәм ысынлап та, уның кәрәге тейҙе тип иҫләй, өй хужаһы. 2016 йылда Балтас, Баҡалы һәм Шаран райондарында ҙур янғында 9 сабыйҙың ғүмере өҙөлөү сәбәпле янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы күп балалы һәм социаль яҡтан имен булмаған ғаилә йәшәгән йорттарға ҡуйыу ҡарары сыға. Ошо көндәрҙә Бөрө районында ла ике ҡатлы шәхси йортта ҙур янғын сығыу сәбәпле республика башлығы бер генә балалы ғаилә йәшәгән өйгә лә был ҡоролманы ҡуйыу кәрәклеген белдерҙе. Янғын, күбеһенсә, кешенең иғтибарлһыҙлығы арҡаһында сыға.2017 йылда янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма өсөн 11, 5 миллион һум аҡса бүленгән. Әммә әлегә улар һатып алынмаған. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте билдәләүенсә, тиҙҙән уларҙы һатып алып өйҙәргә урынлаштырасаҡтар.Янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролманы кешеләр үҙҙәре лә магазиндарҙан һатып алып ҡуя ала. Әгәр ҙә өйҙә төтөн башланһа,янғын сығыуҙы иҫкәртеү ҡоролмаһы ошондай сигнал бирә. Был көслө тауыш йоҡлап ятҡан кешене лә уятырға мөмкин. Бер сигнла булғандан һуң уның батарейкаһын алыштырып, ҡабаттан ҡуйырға кәрәк. Хаҡына ҡарап, был ҡоролма бер йылдан өс йылға тиклем эшләй.
Бөрө районында янғында 5 бала һәләк булғандан һуң Республикала етди саралар күрелә
Тулыраҡ: Бөрө районында янғында 5 бала һәләк булғандан һуң Республикала етди саралар күрелә