Мутлашыусыларҙың ҡармағына күп осраҡта оло йәштәге, яңғыҙ кешеләр эләгә. Вайымһыҙ йүнселдәрҙе бер нисек тә тыйып булмай, сөнки улар закондағы етешһеҙлектәр менән файҙаланып эш итә һәм суд аша ла яуапҡа тарттырыу мөмкин түгел. Һуңғы ваҡытта пластик тәҙрәләрҙе түләүһеҙ ҡарап бирергә тәҡдим итеп алдау осраҡтары йышайған. Агрессив маркетингтан нисек һаҡланырға һәм нисек үҙеңде яҡларға? Буштың атаһы үлгән дә бит. Быны Нина Ворожийкина яҡшы белһә лә подъезд төбөндәге иғланға балалай ышандым да шылтыраттым тип үкенә хәҙер. Евротәҙрәне майлау, механизмдарын көйләү ҡағыҙҙа ғына бушлай булып сыға. Оҫта эшен бөткәс тә әбейгә тәҙрәнең резинаһын алмаштырырға кәрәк, тип ышандырырға тотона. Йор һүҙле иргә ҡаршы бер нимә лә әйтә алманым тип зарлана ханым. Улар баштан уҡ яҡлауһыҙ клиенттарҙы ғына һайлай тигән фекерҙә пенсионер.Өфөлә бындай иғландарҙы күп ҡатлы йорттарҙың һәр береһендә осратырға мөмкин. Йыш ҡына улар бушлай, акция, тик пенсионерҙар өсөн тигән һүҙҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ғәҙәттә унда фирманың атамаһы ла, адресы ла булмай. Беҙҙең героиняны төп башына ултыртҡан фирманың ҡайҙа икәнлеген асыҡлағас шунда юлланабыҙ. Менеджерҙар эштең айышына төшөнгәс тә аҡланырға тотондо, имеш улар ғәҙел эшмәкәрлек алып бара, ә иғландағы буш вәғәҙәләр ни бары маркетинг.83 йәшлек пенсионерҙан 1 тәҙрә ремонты өсөн 3 мең һумға яҡын аҡса алыуҙарына ла аңлатма тапты үткер телле һатыусылар. Йәнәһе, ул үҙе иң ҡиммәтле материалды һайлаған. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар, бындай мөрәжәғәттәр менән килеүселәр көндән-көн артыуын күҙәтә. Алдау алымдары бер, тик тауарҙар ғына төрлө, ҡайҙалыр газ анализаторҙары тәҡдим итәләр, икенселәре бушлай һыу фильтры алып отола. Ә бына эш судҡа етһә, клиент үҙе ғәйепле булып сыға.Нина Ворожийкина кәрәкмәгәнгә аҡсаһын тотонғанын аҙаҡ ҡына абайлап ҡала. Ауыҙы бешкән ханым үҙе кеүек ололар был ҡармаҡҡа эләкмәһен тип беҙгә мөрәжәғәт итте.
Өфөлә бушлай хеҙмәттәр тәҡдим итеп алдау осраҡтары йышая
Тулыраҡ: Өфөлә бушлай хеҙмәттәр тәҡдим итеп алдау осраҡтары йышая