Башҡортостан бюджеты 4 процентҡа артҡан

Тулыраҡ: Башҡортостан бюджеты 4 процентҡа артҡан

Бөгөн республика хөкүмәтендә ҡаҙна үтәлешен тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ошо турала әйтелде. Тәүге ярты йыллыҡта бюджет һалым һәм һалым булмаған йыйымдар иҫәбенә 75 миллиард һумға тулыланһа, йыл аҙағына ул125 миллиард һумға етер тип күҙаллана. Шулай ҙа алдағы йылға фараздар ҡыуандырмай, быға нефткә хаҡ, һалым буйынса килемдәрҙең кәмеүе һәм 2018 йылғы һайлау кампанияһы тәьҫир итә тип билдәләнде ултырышта. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар ҙа ҡаҙнаға өҫтәмә йөкләмә һала. бюджет проектын быйыл йәмәғәт тыңлауҙарында ла тикшерәсәкәтәр.