Бөгөн 2017-се йылда беренсе балалары тыуған ата-әсәләргә 300 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Тантанала республика башлығы ҡатнашты. Бөгөн Башҡортостан башлығы менән осрашыуға 5 ғаилә саҡырылды. Уларҙың күбеһе район-ҡалаларҙа теркәлгән, әммә, Өфөлә төпләнгән. Йәш ғаиләләрҙең барыһы ла ипотека алған йә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй һәм киләсәктә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға йыйына. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 300 мең һумлыҡ социаль түләүгә яңғыҙ ата-әсәләр ҙә дәғүә итә ала. Йәғни, Республикала тағы ла бер балалы 1 мең 500 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала.Зилиә һәм Айнур Ситдиҡовтар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары. Быйыл уларҙың беренсе сабыйы тыуған. Сертификатты йәш ғаилә ипотеканы өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтәсәк.Башҡортостанда беренсе сабыйҙары тыуған ғаиләләргә 300 мең һум бирелһә, икенсе бала донъяға килһә, әсәлек капиталы тапшырыла. Өсөнсө бала баҡҡандарға бушлай ер бүлеү ҡаралған. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, йәш ғаиләләрҙе социаль яҡлау артабан да көсәйтелә.Быйыл 300 мең һумлыҡ сертификатты алыу өсөн 700 ғаиләнән ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 91-е тулы документтар килтергән һәм ярҙамға рөхсәт алған. Был программаны алдағы йылдарҙа ла дауам итеү ҡарала.
Бөгөн 300 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыу башланды
Тулыраҡ: Бөгөн 300 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыу башланды