Башҡортостан берләштерә

Тулыраҡ: Башҡортостан берләштерә

Республикала төрлө илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле балалар башҡорт телен өйрәнә. Дәүләт гранты ярҙамында тормошҡа ашҡан проект йәш быуында мәҙәнилек, ватансылыҡ, милли аң төшөнсәләрен тәрбиәләү йәһәтенән ойошторолған. Бейей белмәгән башҡорт юҡ, тиҙәр. Ә был лагерҙа башҡортса бейемәгән бала юҡ. Башҡорт, урыҫ, татар, марый, сыуаш, үзбәк, Өфө, Һамар, Силәбе, Екатеринбург, хатта Үзбәктсан. Төрлө милләт, төрлө яҡтарҙан йыйылған егет-ҡыҙҙарҙы һөйөү берләштерә — башҡорт еренә, теленә, мәҙәниәтенә һәм тарихына. Уйын формаһында үткәрелгән ябай күнегеүҙәр телде тиҙерәк үҙләштерергә, башҡортса һөйләшергә, иптәштәре менән аралашырға этәрә.Тәүҙә һүҙҙәр, һүҙбәйләнеш, аҙаҡ һөйләмдәр. Лев менән Ирина лагерҙа алған белемен нығыта. Улар милләте буйынса урыҫтар, әммә Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәр кем белергә тейеш, тигән фекерҙә. Күл буйындағы аҡланда тирмәләр ҡоролған, тирә-яҡҡа сихри башҡорт көйҙәре, ҡурай моңдары яңғырап тора.Марат менән Дамир башҡорттар, тик Ташкентта тыуып үҫкән. Уларҙың маҡсаты – ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү. Ата-бабаларыңды, үҙ мәҙәниәтеңде белеүҙең мөһимлеген яҡшы аңлай егеттәр. Үзбәкстанға ҡайтып, урындағы халыҡҡа башҡорт ҡурайының моңон ишеттерергә теләй улар.Башҡортса һүҙҙәрҙе йырҙар аша иҫтә ҡалдырыу күпкә еңелерәк, ти егет-ҡыҙар. Өҫтәүенә, милли йыр-моң берләштерә, ижади яҡтан үҫтерә. Ә иң мөһиме балаларҙың телде өйрәнеүгә теләктәре арта. «Йәшлек»тә бөтә саралар ҙа фәһемле һәм рухлы булыуы менән айырылып тора. Хатта кистәрен ойошторолған дискотекаларҙа ла тик башҡортса йырҙарға бейейҙәр.