Өфө халҡы ҡала-ара маршрутта йөрөгән шәхси автобустарҙың махсус билдәләнмәгән урындарға туҡтауына зарлана. Бөгөн ҡала-ара шәхси маршрут автобустарын һәр сауҙа үҙәге янындағы туҡталҡаларҙа осратырға мөмкин. Улар өсөн тәғәйенләнгән махсус урындар бармы? Ҙур штрафтар, водитель таныҡлыҡтарын алыу автобус хужалары һәм уларҙы йөрөтөүсөләрҙе ҡурҡытмай. Әлеге лә баяғы кеҫәгә аҡса тамсылап түгел, ә йылғалай ағып инә. Ә бына ҡала-ара маршрут автобустары водителдәре иһә күңеле теләгән урындарҙа туҡтай. Ҡала халҡы ризаһыҙлығын белдерә. Автобустар туҡтаған урында һәр ваҡыт сүп-сара ҡала, ти улар.Шулай ҙа шәхси маршрут автобустарының ыңғай яғын күреүселәр ҙә бар. Халыҡ әйтеүенсә, улар менән йөрөү күпкә ыңғайыраҡ һәм арзаныраҡҡа төшә.Мәҫәлән, Өфөнөң Совет районында ғына рөхсәтһеҙ 6 туҡталыш бар. Унда торған күп водителдәрҙең кеше ташыу өсөн рөхсәт биргән рәсми документтары ла юҡ. Был йәһәттән Совет районы хакимиәте махсус рейд уҙғарасағын белдерҙе. Белгестәр билдәләүенсә, ҡала-ара маршрут автобустары өсөн махсус урындар булырға тейеш. Был һорау ҡасан хәл ителер, уныһы әлегә билдәһеҙ. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, уҙған йылда республикала автобус водителдәре ғәйебе буйынса юл-транспорт ваҡиғаларының һаны 8,5 процентҡа артыуы күҙәтелгән. Былтыр маршрут автобустары менән бәйле 200-ҙән ашыу юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 300-ләгән кеше йәрәхәттәр алған. Автобус водителдәре тарафынан ҡағиҙә боҙоуҙың 125 меңдән ашыу осрағы теркәлгән.
Маршрут таксиҙары водителдәре ни өсөн ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай?
Тулыраҡ: Маршрут таксиҙары водителдәре ни өсөн ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай?