Нуриман районы Сарва ауылында ауыр йөк машиналары водителдәренең ике көнлөк забастовкаһы тамаланды

Тулыраҡ: Нуриман районы Сарва ауылында ауыр йөк машиналары водителдәренең ике көнлөк забастовкаһы тамаланды

Юлды боҙоусы машиналарҙы урындағы халыҡ һәм ауырлыҡты үлсәү контроле үткәрмәне. Ауылда йәшәүселәргә дежурға сығырға тура килгән. Әле Сарвала асфальт һала башлағандар. Көн һайын тонналыҡ машиналар үтә башлаһа, юл тағы ла боҙолор, тип ҡурҡа урындағы халыҡ. Эш ташлаусы водителдәр менән полиция һәм прокуратура, “Башкиравтодор” вәкилдәре һөйләшкән.