Урмандарҙы янғындан һаҡлайыҡ

Тулыраҡ: Урмандарҙы янғындан һаҡлайыҡ

Башҡортостандың 4 районында янғын сығыу хәүефе арта. Федоровка, Хәйбулла, Йылайыр һәм Дүртөйлөлә ут сығыуҙың 4 классы иғлан ителде. Йәғни был төбәктәрҙә бәлкәй генә сығанаҡтарҙан да ут тоҡанып китеүе һәм тиҙ арала таралыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ут менән файҙаланғанда һаҡсыл булырға, сүп-сар, ҡоро үлән яҡмаҫҡа кәңәш итә. Янғын сыға ҡалһа тиҙ арала бушлай ҡыҙыу линияға хәбәр итеү һорала – 8 800 100 94 00.