Ҡыйҙы күренгән бер сүплеккә ташлауҙың ни ғәйебе бар йәки төбәктә ни өсөн сүп-сар тауҙары үҫә. Иглин районында көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе киҫкен ҡала. Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Был сүплеккә йүнәлеш күрһәткән юл билдәләре ҡуйылмаған. Хәйер, уның кәрәге лә юҡ. Бында сүплек икәнен көнкүреш һәм хужалыҡ ҡалдыҡтарынан өйөлгән сүп-сар тауҙары алыҫтан иҫкәртә.Келәш ауылы юлындағы сүплекте барыһы ла яҡшы белә. Тиҫтәләгән гектарҙы биләгән майҙанға тиҫтә йылдар буйына тиҫтәләгән машина тиҫтәләгән тонна сүп ташый. Бер нисә йыл элек прокуратура законһыҙ тип таныған сүплек бөгөн кәртәләп алынған, сүп өйөмдәрен махсус техника тигеҙләй, махсус хеҙмәткәрҙәр ҡалдыҡтарҙы төркөмдәргә туплап ҡапсыҡтарға тултыра. Эш ҡайнап торған ерҙә телекамера күренгәс кәйефтәр ҡырҡа үҙгәрә. Хәбәрселәрҙең бында саҡырылмаған ҡунаҡ икәнен аңлаталар.Ҡарауылсыларҙың асыуы аңлашыла — беҙҙе күргән үҙенсәлекле машиналар сүплеккә йөгөн бушатмаҫ булды. Сүп тейәгән транспорттан иһә оҙон сират йыйылды. Иглин районы коммуналь хужалыҡ идаралығы вәкилдәре был сүплек рәсми теркәлгән, тип белдерә. Тик уны раҫлаусы документтарҙы күрһәтеүсе булманы. Оҙаҡламай был урында етди үҙгәрештәр көтөлгәнен дә хәбәр иттеләр.Оҙаҡламай етди күҙәтеү аҫтына алыныр сүплектә әлегә ҡәҙимгесә алыш-биреш бара. Үҙен танытырға теләмәгән сығанаҡтар бында һәр йөк машинаһынан 200 һум иғәнә алыныуын хәбәр итте. Тик был табышты кем кеҫәһенә һала тигән һорау асыҡ ҡала.
Ни өсөн Иглин районында сүплектәр арта?
Тулыраҡ: Ни өсөн Иглин районында сүплектәр арта?