Кенияла 2007 йыл сценарийы ҡабатлана. Найроби ҡалаһында һайлау участкалары ябылыу менән тәртипһеҙлектәр башланған. Оппозицияның терәге булған Кисуму ҡалаһында Райл Одинги яҡлылар юлдарҙы бикләп, шиналар яға башлаған. Улар һайлау йомғаҡтарын таныуҙан баш тарта.
Ҡытайҙың Сычуань виләйәтендә ер тетрәү һөҙөмтәһендә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 19 кеше һәләк булған, 247 кеше йәрәхәтләнгән. 60 мең кеше эвакуацияланған. Ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүгә армия, полиция, янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән.
Приморье крайын һыу баҫа. 34 ауыл-ҡасаба һыу аҫтында ҡалған. Юлдар боҙолған. Ошо сәбәпле 20 меңдән ашыу кеше ҡамауҙа ҡалған. Айырым ауылдарҙа ут юҡ. Край ғәҙәттән тыш хәл режимында йәшәй.
Санкт-Петербургтар Павел Голунов Мехикола 120 метрлыҡ бинаға менгән. Менеп еткәс тә руферҙы полиция ҡулға алған. Мексикаға легаль килгәнен асыҡлау өсөн егетте милли миграция институтына оҙатҡандар.
Американың Шарлотсвил ҡалаһында конфедерация армияһы генераль Роберт Лиға һәйкәлде емереү өсөн митингҡа сығыусы антифашистар машина аҫтында ҡалған. Бер кеше һәләк булған, 19 кеше яраланған. Полиция 20 йәшлек егеткә ғәйепләү белдергән.