Ҡалған дин тотоусылар Сәҡүд Ғәрәбстанына 21, 22 һәм 24 августа оса.Быйыл Башҡортостандан Мәккәгә 600-ләп кеше юллана. Хажиҙарҙы Башҡортостан Мосолмандар диниә назараты вәкилдәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөйәсәк. Сәғүд Ғәрәбстанына килеү менән ғибәҙәт ҡылыусыларға урындағы элемтә операторҙарының сим-карталарын һатып алырға кәңәш ителә. Изге Ғәрәфә тауына мосолмандар 31 августа күтәрелә. 1 сентябрҙә, Ҡорбан байрамы башланыуы менән ғибәҙәт ҡылыу тамамлана.
Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө 20 августа юлға сыға
Тулыраҡ: Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө 20 августа юлға сыға