Мадагаскар егете башҡорт телен өйрәнә

Тулыраҡ: Мадагаскар егете башҡорт телен өйрәнә

Ошо республикала йәшәгәс, миңә башҡорт телен белеү бик мөһим ти, егет. Ул йыр аша тел нескәлектәренә төшөнә. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында Селестин дуҫы Таһир Әсәҙуллин менән телевизор ҡараусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Селестин Жульен Раэриндзатуву Башҡортостанға Мадагаскарҙан килгән. Өфөлә туғыҙ йыл йәшәү дауамында ул ер-һыу атамаларының башҡортса әйтелешен, урындағы халыҡтың тарихын яҡшылап өйрәнгән.Белем алырға килгән егет, бында ижадташ дуҫын да осрата. Ул башҡорт егете Таһир Әсәҙуллин менән бергә йырлай, республиканың ауылдары буйлап гастролдәргә лә йөрөйҙәр. Урындағы халыҡтың туған телендә сәләмләү –уларға ҡарата ихтирамды күрһәтә, ти ул. Селестин буш вакытында үҙаллы шөғөлләнә. Үҙенең туған теленән башҡа, тағы ла француз, инглиз, рус телендә иркен һөйләшкән полиглот егет телдәрҙең юғала барыуына борсолоуын да белдерә.Өҫтәүенә, Мадагаскар егете үҙенең яртыһын да Башҡортостанда тапҡан. Быйыл ул Стәрлетамаҡ ҡыҙы Альбина менән никахлаша. Интернациональ ғаилә бер-береһенең мәҙәниәтен, милли ризыҡтарын өйрәнә. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ла Селестин башҡорт теленә ихтирамын белдерҙе. Хәҙер инде уның маҡсаты башҡортса аралашырға өйрәнеү.Тел мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Башҡортостанда йәшәргә, ижад итергә йыйынам икән, башҡорт телен мин мотлаҡ белергә тейешмен, ти ул. Тәүге уңыштарына шатлығын да йәшермәй Селестин.