Бал байрамы

Тулыраҡ: Бал байрамы

Йыл һайын, 14-се август, бал байрамы билдәләнә. Был көндө ашаған бал татлы ғына түгел, ә шифалы ла, тип ышанған боронғолар. Был көндө борон сөсө ҡалас бешереп, уны шыйыҡ балға манып ашағандар. Бал байрам шулай уҡ йәйҙең тамамланыуын да аңлатҡан. 14-се августан һуң һыу инергә ярамай, сөнки һыуға батыу йә булмаһа ҡаты итеп ауырып китеү хәүефе бар. Байрам көндө ҡысҡырып һөйләшеү, көлөү ҙә тыйылған.