Был егет йөҙөн күрһәтмәүен һорай. Уны наркодилерҙар эшкә ялларға уйлай. Эште уға социаль бәйләнештәрҙең береһендә тәҡдим итәләр. Шунда уҡ законһыҙ эштең бөтә нескәлектәрен дә аңлатып бирәләр. Егеткә имеш бары тик спорт витаминдарын билдәләнгән урындарға таратып сығырға ғына кәрәк. Отошло эштән, йәш егет баш тарта. Тик ул ҡапҡанға икенселәр эләгеүе ихтимал. Парктарҙағы газондар, төрлө һындар, вазондар емереүҙе йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға ғына һылтарға ярамай. Вандаллыҡта, бәлки, наркомандарҙың да ҡатнашлығы бар. Сөнки наркокурьерҙар, ағыулы химик ҡатнашмаларҙы ишек алдарындағы мөйөштәргә, подъездағы тәҙрә төптәренә, төрлө соҡорҙар, бағаналар, хатта ағастар ҡыуышлығына йәшереп китә. Тик наркотиктарҙың ҡайҙа ятҡанын улар ҡулланыусыларға аҡса күсергәс кенә хәбәр итә. Ә бына наркотиктарға мохтаж булыусылар иһә, ниндәйҙер инстинктҡа буйһоноп, тап ошондай урындарҙы емерергә, наркотиктарға эҙләргә тотона. Парктарҙағы вандаллыҡтарҙы ла хәҙер белгестәр ошо фактҡа бәйләп аңлата.Ә был егет 17 йәшендә беренсе тапҡыр героин ҡулланып ҡарай. Егерме йыл эсендә ул спайс тигән синтетик химик ағыуға барып етә. Әлегә ул реабилитация үҙәгендә дауалана, яңы тормош башларға ниәтләй.Йыл башынан хоҡуҡ һаҡлау органдары наркотик һатҡан меңдән ашыу интернет сайттарын япҡан. Ғәҙәттә улар икенсе өлкәлә теркәлә. Ә ағыуҙы таратыр өсөн иһә курьерҙар эҙләй.Наркортик һатыу иң ҡурҡыныс енәйәттәрҙең береһе. Ғәҙәттә бының өсөн 20 йылға яҡын иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Интернетта наркодилерҙар әүһемләшә
Тулыраҡ: Интернетта наркодилерҙар әүһемләшә