Өфөлә Ленин һәм Коммунистик урамдар киҫелешендәге аварияға бәйле яңы мәғлүмәт

Тулыраҡ: Өфөлә Ленин һәм Коммунистик урамдар киҫелешендәге аварияға бәйле яңы мәғлүмәт

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, 3 кеше тән йәрәхәттәре алған.Шаһиттар төшөргән был видеола һеҙ үтеп барыусыларҙың йәрәхәтләнгән ҡатынды микроавтобустан сығарыуын күрәһегеҙ. Ул, 15 йәшлек үҫмер һәм еңел машина водителе дауаханға оҙатылған. Кисә ике урам киҫелешендә пассажир автобусы һәм Киа Рио бәрелешкәйне. Һөҙөмтәлә микроавтобус түңкәрелгәйне.