Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй федераль именлек хеҙмәте Мәскәүҙә транспортта һәм сауҙа үҙәктәрендә теракттар әҙерләүселәрҙе ҡулға алды. Оперативниктар террорсыларҙан тартып алынған шартлатҡыстарҙы тикшергән һәм уларҙың ҡурҡыныс ғәмәл өсөн ацетон перекисы ҡулланырға теләүен асыҡлаған. Уның шартлау көсө тротилдыҡына тиң.

Американың Шарлотсвилл ҡалаһындағы суд бинаһы янына тиҫтәләгән кеше йыйылып антифашистарҙы тапаған Алекс Филдсҡа ҡатыраҡ яза биреүҙе талап иткән. Уға ғәйепләү белдерелгән. 20 йәшлек егеттең башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығы террор ғәмәле булараҡ баһалана.

Венесуэла хакимиәте меңләгән кешене Каракас урамдарына алып сыҡты. Митингта ҡатнашыусылар Америка президентын илдең эске сәйәсәтенә ҡыҫылмаҫҡа саҡырған. Быға тиклем Дональд Трамп Боливориан республикаһына хәрби интервенция ихтималлығы тураһында белдергәйне.

Португалияла 2 мең янғын һүндереүсе ут менән көрәшә. 7 округты ут ялмап алған. Португалияға Европа берлеге янғын һүндереүселәре лә ярҙамға килгән. Тик әлегә һөҙөмтә юҡ. Ут көндән-көн күберәк биләмәне ялмап алып торлаҡ йорттарға янай.

Сьерра-Леоненың башҡалаһы Фритаун янында һыу ташыу сәбәпле 300 кеше һәләк булған. Был турала халыҡ-ара ҡыҙыл тәре йәмғиәтенән хәбәр иттеләр. Йөҙләгән кеше йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған. Әле ҡотҡарыу операцияһы бара. Унда хәрбиҙәр ҙә йәлеп ителгән.