Дүрт төркөмдән торған Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарырға быйыл республиканан биш йөҙҙән ашыу мосолман теләк белдергән. Бөгөн төнөн 49 кешенән торған төркөм юлға сыҡты. Өфө районында йәшәүсе Рәфил Аҫылғужин менән Айгөл Ғүмәрованың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты – улар ошо көндәрҙә хаж ҡылырға бара. Сәүд Ғәрәбстанына юл тотҡан мосолмандар халыҡ-ара “Өфө” аэропортына йыйылды. Уларҙың барыһын да бер үк маҡсат, бер үк изге ниәт берләштерә.Хаж фонды инструкторы Илһам Шәрипов яңы паспорт һәм бейджиктар тапшыра, исемлекте барлап сыға. Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда кәрәк-яраҡтар, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Һәр береһендә тулҡынланыу тойғоһо ла һиҙелә, шатлыҡ нурҙары ла балҡый. Уларҙы алда оҙон юл, ҙур сәйәхәт, изге эш көтә. Хаж — мосолмандар өсөн изге ғәмәл-Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз. Изге урынға олоһо ла, кесеһе лә бара ала. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым шарттар бар.Дүртөйлө районынан килгән Гүзәл апай быйыл беренсе тапҡыр оло юлға сыға. Уның мәхрәме булып улы бара. Беренсе төркөм хаж ҡылыусылар араһынан иң олоһона һикһән, ә кесеһенә ун ете йәш. Атаһы һәм ағаһы менән юлға сыҡҡан Шамил хажға барыу минең өсөн ҙур бәхет, ти.Быйыл Хаж ҡылыу ваҡыты — Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Башҡортостандан ойошторолған турҙың «эконом» варианты 115 мең һум, «стандарт» тибындағыһы 170 мең һум тора. Хаж — ул ифрат ауыр, яуаплы һәм сауаплы. Әммә бик күп сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән ғибәҙәт һәр кемгә иман ныҡлығы һәм күңел тыныслығы бирә.
Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө бөгөн Мәккәгә юлланды
Тулыраҡ: Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө бөгөн Мәккәгә юлланды