1-се июлгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә уртаса пенсия 12 мең 309 һумға етә.Шул уҡ ваҡытта, страховка пенсияһын алыусыларҙың айлыҡ килеме 12 мең 607 һум. Республикала дөйөм алғанда 1 миллион 168 меңдән ашыу хаҡлы ялдағы кеше иҫәпләнә. Уларҙың 1 миллиондан ашыуы страховка пенсияһын ала. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек Башҡортостанда 1 миллион 152 мең пенсионер йәшәгән. Уртаса пенсия 11 мең 780 һум булған.
Башҡортостанда уртаса пенсия күләмен атанылар
Тулыраҡ: Башҡортостанда уртаса пенсия күләмен атанылар