Һаҡ булығыҙ, энтеровирус

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, энтеровирус

Рәсәйҙә энтеровирусҡа ҡаршы ашығыс саралар күрелә. Шуға ҡарамаҫтан, илдең бер-нисә төбәгендә ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороусылар бар. Туристарға Төркиәгә ял итергә барыуҙың үтә лә хәүефле икәне тураһында хәбәр ителгән. Башҡортостанда энтеровирус инфекцияһын профилактикалау буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола. Төркиә курорттарында йоғошло ауырыуҙың таралыуына бәйле ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте унан һаҡланыу һәм асыҡлау буйынса кәңәштәр бирә. Энтеровирус инфекцияһы – йоғошло ауырыу, ул тышҡы мөхиткә сыҙамлы, һыуыҡҡа бирешмәй, һалҡын һыуҙа вирус 18 көн йәшәй, ә йылғаға эләккән осраҡта 1 айҙан ашыу үлмәй. Вирус кеше аша ғына күсә, сирҙе бигерәк тә балалар ауыр кисерә. Энтеровирус таралыуына бәйле ҡыҙыу линияға иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8 800 100 47 67 һандыра буйынса шылтыратырға мөмкин.