Орда сектаһының “Ата-бабалар мираҫы” ойошмаһы әле һаман эшмәкәрлек алып барырға тырыша. Рәсәй Федерацияһының тыйыу тураһында ҡанударына ҡарамаҫтан, уның вәкилдәре кешеләрҙе алдап, аҡса эшләүҙәрен дауам итә. Әле ойошманың был бүлексәһендә ағза булып торған кешеләргә һәм етәкселәренә ҡарата суд эш ҡарала. Татьяна Шальнова секта ойоштороуҙа ғәйепләнә. Ул, йәнәһе, кешеләрҙе ҡамсы ярҙамында төрлө сирҙәрҙән дауалай ала. Әммә, ысынында был ҡатын мутлашыусы. Быны тәфтишселәр раҫлаған һәм ошо туралағы эш судҡа тапшырылған.Тик ойошма етәксеһе һәм ағзалары үҙҙәренең ғәйепле икәнен һис тә танырға теләмәй. Алымын үҙгәртеп ҡамсы түгел, ҡул көсө ҡулланырға маташты.Тәфтишселәр әйтеүенсә, бөтә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле Орда ойошмаһына ҡараған “Ата-бабалар мираҫы” бүлексәһе кешеләрҙе алдау менән шөғөлләнә. Улар Ҡаҙағстандың һәм Башҡортостандың әүлиәләр ерләнгән урындарына алып барып, кешеләрҙе табынырға өндәй. Ошондай юл менән, йәнәһе, төрлө сирҙәрҙән дауаланырға мөмкин. Шулай уҡ, был ойошма вәкилдәре ялҡын һәм ҡамсы менән төрлө ендәрҙе лә ҡыуалай икән. Ваҡытында Марсель Әхийәретдинов “Ата-бабалар мираҫы” ойошмаһы уҙғарған төрлө сараларға йөрөгән. Хәҙер ул был сектаны күрә алмай. Йәш егет башҡалар кеүек үк изге урындар буйлап йөрөгән, изге һыу эскән һәм төрлө табыныу йолаларында ҡатнашҡан. Әммә, видеокамераға төшөрә барып, ойошма вәкилдәренең мутлашыуын аңлаған. Марсель Әхийәретдинов әйтеүенсә, “Ата-бабалар мираҫы” кешеләрҙең ауыр хәлдә ҡалыуы менән файҙалана һәм төрлө ярҙам ысулдары тәҡдим итә. Офистарҙа, мәҫәлән, Ҡаҙағстандың изге кешеләренең йәне килә һәм барлыҡ сирҙәрҙе дауалау ысулдары тураһында бәйән итә, тип кешеләрҙе ышандыра. Хоҡуҡ һаҡлау органдары Орда һәм Ата-бабалар мираҫы кеүек ойошмаларҙан ары торорға кәңәш итә. Сөнки, уның етәкселәре кешеләрҙе алдап аҡса эшләй. Мәҫәлән, изге урындар буйлап сәфәрҙең генә хаҡы 30 меңдән 50 мең һумға тиклем барып етә.Полиция хеҙмәткәрҙәре секта вәкилдәре менән һаҡ булырға саҡыра. Сөнки, Орда, Ата-бабалар мираҫы кеүек ойошмаларҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, уларҙың яңынан яңы бүлексәләре асылып тора. Был йүнәлештең эшмәкәрлеге буйынса суд эше дауам итә.
Ҡамсы менән ярып була, сектанттар иһә дауалап та була тип раҫлай
Тулыраҡ: Ҡамсы менән ярып була, сектанттар иһә дауалап та була тип раҫлай