Бөгөнгә ҡарай төнөн Өфөлә Адмирал Макаров урамындағы күп ҡатлы йорттан 50 кеше эвакуацияланды. Бында билдәһеҙ сәбәп буйынса бер фатир янып китте. Һәләк булыусылар һәм тәндәре бешеүселәр юҡ.Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 9 ҡатлы йорттағы янғында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙың ғүмере өҙөлдө. Тағыла ике ҡатын төтөнгә ағыуланып дауаханаға һалынды. Янғын һүндереүселәргә 40-ҡа яҡын кешене имен урынға күсерергә тура килде. Утты һүндереүгә ике сәғәт самаһы ваҡыт талап ителде.
Өфөлә 50 кеше эвакуацияланды
Тулыраҡ: Өфөлә 50 кеше эвакуацияланды