Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Грецияның башҡалаһы янында янғын һүндереүселәр өсөнсө көн ут менән көрәшә. Операцияға 3 самолет, 6 вертолет, 180 янғын һүндереүсе һәм 100 хәрби йәлеп ителгән. Тиҫтәләгән йорт утта янып көлгә әйләнгән, кешеләр эвакуацияланған. Айырым биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
  • Сьерра-Леоне президенты донъя йәмәғәтселегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ҡыҙыл тәре ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һыу баҫыуҙан бында 300 кеше һәләк булған. Оҙайлы ямғырҙар сәбәпле ер ишелеп меңләгән йорт ер аҫтында ҡалған. Һәләк булыусылар араһында балалар күп тип хәбәр ителә. Сьерра-Леоне-донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. Хакимиәттәр ғәҙәттән тыш хәлдә иҫән ҡалыусыларға ярҙам бик сикле буласаҡ, тип белдергән.
  • Рәсәй федераль именлек хеҙмәте Ҡырымда бер-нисә диверсияны иҫкәрткән. Махсус операция барышында Украинаның именлек хеҙмәте агенты тотолған. Диверсанттан тротил шашкалар, граната,бысҡы тартып алынған. Федераль именлек хеҙмәтенең Ҡырым буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған.
  • Нью Йортктағы урамдарҙың береһендә Дональд Трамптың кимереүсегә оҡшатып эшләнгән ҡурсағы барлыҡҡа килгән. Уның манжетында конфедерация флагы, ә өҫ кейемендә Рәсәй флагы төшөрөлгән. Тын тултырып эшләнгән был һынды Америка президентын расизмда ғәйепләүсе акцияла ҡатнашыусылар ҡуйған. Ҡомаҡ образы ла осраҡлы түгел, уны профсоюз ойошмалары демонстрациялар һәм забастовкалар ваҡытында йыш ҡуллана.