Бөгөн Өфөлә Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләнеләр. Шатлыҡ та, тулҡынланыу ҙа — “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған һәр ҡатын тәүге тапҡыр сабыйын ҡулына алғандағы кеүек көслө хистәр кисерәбеҙ, ти. 45 әсә, һәр береһенең тормошта үҙ маҡсаты, үҙ юлы. Әммә уларҙың барыһын да балаға булған һөйөү берләштерә. Хәйбулла ҡыҙы Гүзәл Мостафина сабыйҙарын Хоҙайҙан бирелгән бүләк итеп ҡабул итә. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың төрлө район-ҡала вәкилдәре бар. Мәҫәлән, Белорет районының бер ауыл хакимиәтенән генә лә бер юлы өс ҡатын килгән.Улар араһында иң йәше һәм иң күп бала тәрбиәләгәнән әсә лә бар. Юғары дәүләт наградаһын алғанда күп балалы әсә лә, төрлө һөнәр эйәләре лә. Ғафури район хакимиәтенең бүлек мөдире вазифаһын башҡарған Лариса Дәүләтшина, балалар киреһенсә, эшләргә дәрт, көс бирә, ти. Илдә тыуымдың кәмеүен иҫәпкә алғанда, күп бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләр башҡалар өсөн ҙур өлгө булыр тора тине, гүзәл заттарҙы тәбрикләп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Миҙалда сабыйын күккә күтәргән әсәнең һынландырылыуы ла, донъяла иң ҡәҙерлеһе – балалар икәнен тағы ла бер мәртәбә иҫбатлай. Шуға ла был миҙалды лайыҡлы йәш быуын – дәүләт киләсәген тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла. Балаларҙың кем булып үҫеүе лә бит тап ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора.
“Әсәле даны” миҙалы республикала йәшәүсе тағы ла 45 ҡатындың күкрәген биҙәне
Тулыраҡ: “Әсәле даны” миҙалы республикала йәшәүсе тағы ла 45 ҡатындың күкрәген биҙәне