Башҡортостан кубогына хоккей буйынса турнир

Тулыраҡ: Башҡортостан кубогына хоккей буйынса турнир

Башҡортостан кубогына хоккей буйынса турнирҙа бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Нефтехимик” менән осраша. Тәүге уйында юлаевсылар Владивостоктың «Адмирал»ын еңде. Тәүге осорҙа уҡ иҫәпте Денис Куляш асты. Күп тә үтмәй Филип Ларсен дәғүәселәренең ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Икенсе осорҙа Станислав Гәрәев һөҙөмтәне арттырҙы – 3:0. Әммә һуңында ҡунаҡтар бер шайба индерҙе – 1:3. Өсөнсө осорҙоң аҙағында дүртенсе шайба Энвер Лисин иҫәбенә яҙылды. Шулай итеп, 4:1, юлаевсылар ышаныслы еңеү яуланы.