Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар менән башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та осрашты. Конкурсҡа 19 төбәктән умартасылар килде. Алтай, Байкал аръяғы крайы, Силәбе, Калининград, Мәскәү өлкәләренән ҡатнашыусылар бар. Башҡортостан исеменән конкурста Ишембай умартасыһы Илгиз Шәңгәрәев сығыш яһай. Ул республика конкурсында беренсе урын алғайны. Конкурс ике өлөштән тора. Беренсе этапта конкурсанттар 30 һорауға яуап бирҙе. Икенсе өлөшөндә бал ҡорттарын тәрбиәләп, күстәрҙе айырып, умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләп күрһәтте.
Өфөгә Рәсәйҙең иң оҫта умартасылары йыйылды
Тулыраҡ: Өфөгә Рәсәйҙең иң оҫта умартасылары йыйылды