Фажиғәләрҙең 80 проценты ауыл ерендә теркәлгән.Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында әйтелде. Янғын сығыу сәбәптәре күп осраҡта ололарҙың битарафлығына бәйле. Быны тикшереү һөҙөмтәләре лә иҫбатлай. 7 август көнө Бөрө районы Үгеҙ ауылында сыҡҡан янғын да фаразлауҙар буйынса йорт хужаһының тәмәке тартыуына бәйле. Ул саҡта 9 кеше, шул иҫәптән 5 бала һәләк булды. Үткән йыл ошондай бер нисә фажиғәле осраҡтан һуң республикала кескәй балалары булған ауыр хәлле ғаиләләрҙең йорттарына янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйырға ҡарар ителгәйне. Әммә ҡайһы бер муниципалитеттар был эште инҡар итә, тине хөкүмәт премьер министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Башҡортостанда аҙаҡҡы 5 йыл эсендә 90 бала янғында һәләк булған
Тулыраҡ: Башҡортостанда аҙаҡҡы 5 йыл эсендә 90 бала янғында һәләк булған