Унда йәшәүселәр араһында хатта бәләкәй балалар ҙа бар. Ни өсөн ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән өй йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылһа ла, халыҡ унда йәшәүен дауам итә? Фәлән Фәләнова фатирын баҫып алған бәшмәктәрҙән 10 йыл инде ҡотола алмай интегә. Был йортта йәшәүселәр ярты йыл һайын обой яңыртырға мәжбүр. Түбәнән штукатурка ҡойола, ә стеналар күк менән ҡапланған.Өфөнөң Интернациональ урамында урынлашҡан 173, 175, 177, 179, 181 йорттар авария хәлендә. Һуғыш осоронда төҙөлгән өйҙәрҙе йәшәргә яраҡһыҙ тип таныр өсөн халыҡ 2012 йылда Дмитрий Медведевҡа хат та яҙа. 5 йыл ваҡыт үткән, ә йорттар урынында, килеп хәл белеүсе лә юҡ.Интернациональ урамында яңы юл асҡан ваҡытта йорттарҙың урам яғын буяп сығалар. Тик күп фатирлы биналарҙың бөтә етешһеҙлектәре уның эсендә, йәғни, кеше күҙе күрмәгән яҡта ҡала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был күп фатирлы йорттарҙы 1943 йылдарҙа немец тотҡондары төҙөгән. Бина эстән сереһә, тыштан емерелеп бара. Хатта өй икегә бүленмәһен өсөн ошондай махсус тимерҙәр ҡуйғандар.Бөгөн бындай йорттарҙы ҡаланың һәр икенсе-өсөнсө урамында осратырға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта халыҡ битарафлы ҡарашҡа түҙә алмайынса ремонтты үҙ аҡсаһына эшләргә мәжбүр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитов: 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип танылған йорттар 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем күсерелеп бөтөргә тейеш, тип белдергәйне. Ә бына 2012 йылдан һуңғы йәшәүгә яраҡлы булмаған йорттар ҡасан һүтелер, уныһы әле билдәһеҙ.
Өфөнөң Интернациональ урамында урынлашҡан бер-нисә йорт авария хәлендә
Тулыраҡ: Өфөнөң Интернациональ урамында урынлашҡан бер-нисә йорт авария хәлендә