Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты киләһе йылдан порттарҙа йөк бушатыу һәм ташыу менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн тарифтарҙы иҫәпләгәндә долларҙан һумға күсеүҙе талап итте. Владимир Путин ни өсөн әле булһа һум менән иҫәпләшмәүгә аңлатма биреүҙе һорап финанстар министры урынбаҫары Андрей Ивановҡа мөрәжәғәт итте.
  • Дональд Трамп Шарлотсвиллдағы фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдереп ике яҡты ла ғәйепле итте. Унда антифашистарҙың митингыһында ҡатнашыусыларҙы машина тапатҡайны. Американың элекке президенты Барак Обама Дональд Трамптың һүҙҙәренә яуап итеп бер кемдә тән төҫөнә ҡарап икенсе кешегә ҡарата нәфрәт менән тыумай, тип белдергән.
  • Фритаунда һыу баҫыу һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса фажиғәлә кәм тигәндә 400 кеше һәләк булған. 600 кеше хәбәрһеҙ юғалған.
  • Ҡытайҙа кеше ҡулы ҙурлығындағы ағас бөжәк табылған. Быға тиклем Гуанси виләйәтендә энтомолог Чжао Ли 62 сантиметрлыҡ ошондай йән эйәһенә юлыҡҡайны.