“Апимондия” конгрессы илдә умартасылыҡты үҫтереүгә етди этәргес бирәсәк

Тулыраҡ: “Апимондия” конгрессы илдә умартасылыҡты үҫтереүгә етди этәргес бирәсәк

Республика башлығы был хаҡта умартасылыҡ ассоциациялары халыҡ-ара федерацияһы делегацияһы башлығы Филип Маккейб менән осрашыуҙа белдерҙе. Ул Өфөгә “Иң яҡшы умартасы ” Бөтә Рәсәй конкурсын ҡарарға, Башҡортостандың был өлкәләге уңыштары менән танышырға килгән. Иҙел Йәрмөхәмәтов ҡортсолоҡ серҙәренә мәктәптә өйрәнә, ә алған белемен өйөндә нығыта. Хәҙер ул тәжрибәһен республика конкурсында һынап ҡарай. Малайҙың атаһы ла, олатаһы ла умартасы. Умартасыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы унда ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, умартасыларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар йүнәлтеү һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды. Умартасыларҙан тыш, бында соҡлоҡсолар ҙа үҙ-ара көслөнө асыҡланы. Улар ағасты уйып солоҡ эшләп күрһәтте. Бынан тыш, Аҡбуҙат ипподромы янында “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге”, тип аталған йәрминкә ойошторолдо. Умартасыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсынан тыш, Башҡортостандың иң йәш умартасыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы умартасы билдәләнә. Бынан тыш, республиканың умартасылар династияһы иғлан ителә. Әле иң оло умартасылар үҙ-ара көслөнө асыҡлай.Конкурста ҡатнашыусылар бер-нисә һынау аша үтте. Уның барышында ысын бал ҡорттары булмағас, умартасыларға еңелдән булманы. Умартасыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынға Илгиз Шәңгәрәев лайыҡ булды, уға 300 мең һум аҡса бирелә. Конкурстың Башҡортостанда уҙғарылыуы юҡҡа түгел. Сөнки, тап республикала иң сифатлы продукция етештерелә. Төбәк умартасылары билдәләүенсә, башҡорт балы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу алған. 2021 йылда Өфө «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының Умартасылыҡ буйынса конгресын уҙғарыуға дәғүә итә. Умартасыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы беҙҙә юҡҡа уҙғарылмай. Ул үрҙә әйтелгән сараға әҙерлек булып тора.. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһы ағзалары менән осрашты. Ойошма етәксеһе Филип Маккейб менән һөйләшеүҙә артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары барланды.Башҡортостан тауар балын етештереү, уны эшкәртеү, күстәр һаны, был өлкәлә ғилми эшмәкәрлек буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. Йыл һайын беҙҙә 6 тонна тауар балы әҙерләнә. Йыл һайын Республиканан 1 миллион тонна ярым бал, шул иҫәптән сит илдәргә 400 мең тонна татлы ризыҡ оҙатыла.