Башҡортостан туристары Төркиәгә барыуҙан баш тарта

Тулыраҡ: Башҡортостан туристары Төркиәгә барыуҙан баш тарта

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығына шылтыратыуҙар йышайған. Сит илдә ял итергә теләүселәр белгестәр кәңәшенә мохтаж.Төркиәгә барыу тыйылмаған. Белгестәр унда ялдың хәүефле булыуы тураһында ғына иҫкәртә. Ҡанун буйынса, туроператорҙар ҙа был турала туристарға хәбәр итергә тейеш. Әгәр кеше юллама алған һәм килешеүҙе ғәмәлдән сығарырға теләй икән, турфирма уның аҡсаһын кире ҡайтарырға тейеш. Әлегә республикала ундайҙар бик һирәк. Күптәр Төркиәнән баш тартып икенсе илдәргә барыуҙы хуп күрә. Энтеровирус инфекцияһы – йоғошло ауырыу, ул тышҡы мөхиткә сыҙамлы, һыуыҡҡа бирешмәй, һалҡын һыуҙа вирус 18 көн йәшәй, ә йылғаға эләккән осраҡта 1 айҙан ашыу үлмәй. Вирус кеше аша ғына күсә, сирҙе бигерәк тә балалар ауыр кисерә. Башҡортостанда энтеровирус инфекцияһын профилактикалау буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолған. Ҡыҙыу линияға иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8 800 100 47 67 һандыра буйынса шылтыратырға мөмкин.